Тест: Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.


Список вопросов


1. Һөйләмдең ниндәй киҫәктәре була?

1) баш киҫәктәре;
2) эйәрсән киҫәктәре;
3) баш һәм эйәрсән киҫәктәре;

2. Эйә менән хәбәрҙән генә торған һөйләм нисек атала?

1) тарҡау
2) йыйнаҡ
3) ҡушма

3. Кемгә?Нимәгә? һорауҙарына яуап биреүсе һөйләм киҫәге нисек атала?

1) аныҡлаусы
2) хәл
3) тултырыусы

4. Һөйләм аҙағында ниндәй тыныш билдәләре ҡуйыла?

1) нөктә, өтөр, һорау;
2) нөктә, өндәү, һорау;
3) нөктә, өтөр, һыҙыҡ

5. Ниндәй һөйләм киҫәктәре һөйләмдең грамматик нигеҙе була?

1) эйә менән аныҡлаусы;
2) эйә менән хәл
3) эйә менән хәбәр

6. Һөйләмдә предметтың берәй билдәһен, иҫәбен, күләмен асыҡлап килгән эйәрсән киҫәк нисек атала?

1) аныҡлаусы
2) тултырыусы
3) өҫтәлмәлек

7. Эштең, хәрәкәттең башҡарылыу ваҡытын, рәүешен, урынын, сәбәбен, маҡсатын белдереүсе һөйләм киҫәге нисек атала?

1) аныҡлаусы
2) хәл
3) тултырыусы

8. Бер төрлө һорауға яуап биргән һөйләм киҫәктәре нисек атала?

1) баш киҫәктәр
2) тиң киҫәктәр
3) эйәрсән киҫәктәр

9. Билдәләнгән һүҙҙәр һөйләмдең ниндәй киҫәге була? Яңы уҡыу йылы башланды.

1) эйә менән хәбәр
2) аныҡлаусы менән эйә
3) тултырыусы менән эйә

10. Күп нөктәләр урынына һөйләмдең ниндәй киҫәген ҡуйырһың? Мин яңы .............. һатып алдым.

1) эйә
2) тултырыусы
3) аныҡлаусы

11. Хәбәр һөйләмде билдәлә.

1) Ниндәй матур көн!
2) Бөгөн көн ниндәй буласаҡ?
3) Көндәр аяҙ һәм йылы тора.

12. “Синтаксис һәм пунктуация” бүлеге нимәне өйрәтә?

1) Һөйләмдәрҙе һәм тыныш билдәләрен.
2) Һөйләмдәрҙе;
3) Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрҙе;

13. Әлфиә китап уҡый.Бирелгән һөйләмдә исемдәр ниндәй һөйләм киҫәге ролен үтәй?

1) эйә, аныҡлаусы;
2) эйә, тултырыусы;
3) эйә, хәбәр.

14. Һин һорама, мин әйтмәйем. Мәҡәлдә алмаштар ниндәй функция башҡарған?

1) хәбәр;
2) тултырыусы
3) эйә

15. Нимә кешенең тамамланған уйын белдерә?

1) һүҙ
2) һүҙбәйләнеш
3) һөйләм