Тест: шәжәрә


Список вопросов


1. Шәжәрә һүҙе нимә тип тәржемә ителә?

1) ағас
2) быуын
3) ғаилә

2. Атайҙың атаһы һиңә кем була?

1) ағай
2) олатай/ ҡартатай
3) атай

3. Азат менән Сәлим бер туғандар. Уларҙың атаһы - Зәкир. Зәкирҙең бер туған ағаһы- Камил. Камилдың ҡыҙы - Мәрйәм. Азат менән Мәрйәм бер-береһенә кем була

1) туған түгел
2) ике туған
3) бер туған

4. Быуын - ғүмерҙең бер өлөшө: бала-саҡ, йәки йәшлек, урта йәштәр, йәки ҡартлыҡ. Быуат - 100 йыл. Нимә оҙонораҡ?

1) быуат
2) быуын

5. Шәжәрәнән нимәне белеп булмай?

1) туғандарҙы
2) кем ҡасан тыуған
3) Африкала һуңғы тапҡыр ҡар яуыуы тураһында

6. Ырыу, ғаилә, аймаҡ, ара - барыһы ла кешеләр берләшмәһе. Тик ҡайһыныһы бында иң ҙуры?

1) ырыу
2) аймаҡ
3) ара
4) ғаилә

7. Ошо һүҙҙәрҙең ҡайһылары ырыу исеме? Тамъян, Әйле, Сәйле, Үҫәргән, Кесерткән, Ҡартайған

1) Тамъян, Әйле, Сәйле
2) Үҫәргән, Кесерткән
3) Әйле, Үҫәргән, Тамъян
4) Кесерткән, Ҡартайған,Әйле

8. Минең атайымдың 28 йәшлек ҡыҙы миңә кем була? Миңә 13 йәш.

1) апай
2) һеңле
3) әсәй

9. Ошо хәрефтәрҙән ниндәй ырыу исемен төҙөп була? Ю М Т А Р Ы

1) Матырю
2) Ютырам
3) Юрматы
4) Юмраты

10. Шәжәрәлә нимәләр яҙылған?

1) Ғаилә, ырыу, ҡабилә, ара ,һ.б. тарихы
2) Тарихи факттар
3) Кешеләр исеме, туғанлыҡтары
4) Әйтелгән бөтәһе лә